ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
6 Декабрь 2023, 15:59

Янғын хәүефһеҙлеге – мөһим мәсьәлә

Таналыҡ ауыл биләмәһенә яңы янғын һүндереү тағылмаһы алынды. Район үҙәктәренән, янғын һүндереү частарынан алыҫта урынлашҡан ауылдар өсөн был бик кәрәкле техника.

Янғын хәүефһеҙлеге – мөһим мәсьәләЯнғын хәүефһеҙлеге – мөһим мәсьәлә
Янғын хәүефһеҙлеге – мөһим мәсьәлә

"Таналыҡ ауыл биләмәһенә  был цистерна Башҡортостан Республикаһы дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәтенең "Тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр хәүефен кәметеү һәм эҙемтәләрен йомшартыу" дәүләт программаһы ярҙамында мөмкин булды. Янғын һүндереү тағылмаһы тәғәйенләнгән урынға тиклем ташыуҙа "Башҡорт баҡыры" предприятиеһы ярҙам күрһәтте. Яңы тағылма маневрлы, функциональ, кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған һәм шул уҡ ваҡытта хеҙмәтләндереүҙә ябай булыуы менән айырылып тора. Бәләкәй тораҡ пункттар өсөн бик ҡулай вариант. Ә уларҙы янғын урынына алып барыу өсөн тағылманы теләһә ниндәй техникаға, мәҫәлән, тракторға йәки йөк машинаһына тағыу етә." - тигән мәғлүмәт бирҙеләр район хакимиәтенең социаль селтәрҙәрендә.

Янғын хәүефһеҙлеге – мөһим мәсьәлә
Янғын хәүефһеҙлеге – мөһим мәсьәлә
Янғын хәүефһеҙлеге – мөһим мәсьәлә
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас