

Районда ауылдар урамдарына боҙло тайғаҡҡа ҡаршы махсус материалдар һибеү эштәре бара.
Сөнки йәйәүлеләр йөрөгән һәм автомобиль юлдары ҙур катокка әүерелде. Аҡъяр ауыл биләмәһе автомашинаһы район үҙәге урамдарына махсус материалдар һибә. Башҡа урамдар һәм ауылдарҙа ла был эштәр башҡарыласаҡ. Шулай ҙа Аҡъярҙа көҙгөләй ялтырап ятҡан урамдар ҡала килә.
Боҙлауыҡта ҡабаланмай, аяҡ аҫтын ҡарап, тубыҡтарҙы бөгөбөрәк, яй ғына атлағыҙ. Ҡулдар кеҫәлә булмаһын, уларҙы кәүҙә тигеҙләнешен һаҡлау өсөн ике яҡҡа һуҙығыҙ. Йығыла башлаһаң, бер аҙ сүкәйергә тырышырға кәрәк. Йығылып имгәнергә яҙмаһын инде. Бәләгә тарыһағыҙ, тиҙ ярҙам саҡырығыҙ.