ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
4 Декабрь 2023, 16:24

Йоҡа боҙ хәүефле

Ҡотҡарыусылар район халҡын йылғаның  тигеҙ кимәлдә туңмауын, боҙҙоң хәүефле булыуын иҫкәртә.

Йоҡа боҙ хәүефлеЙоҡа боҙ хәүефле
Йоҡа боҙ хәүефле

Ноябрҙән декабргә тиклемге, йәғни тотороҡло һалҡындарға хәтле булған көҙгө боҙ ныҡлы түгел. Киске йәиһә төнгө һыуыҡ менән нығынған боҙ әле ҙур булмаған ауырлыҡты күтәрергә мөмкин, әммә көндөҙ, уның аша һарҡыған ирегән һыуҙан йылынып, етерлек ҡалынлыҡ һаҡланһа ла, ул күҙәнәкле һәм бик көсһөҙгә әйләнә. Шуға күрә һыу сығанаҡтары  хәүефле  урынға әүерелә. Йыл һайын тиҫтәләгән кеше батып үлә.

Республикала 15 декабргә тиклем “Йоҡа боҙ” иҫкәртеү операцияһы үтә. Ошо осорҙа административ комиссия вәкилдәре экстрен хеҙмәте вәкилдәре менән берлектә һыу сығанаҡтары янында рейд ойоштора. Ҡалынлығы 7 см кәм булған боҙға кешеләрҙең сығыуы тыйыла, уны боҙоусыларға ҡарата административ яза ҡаралған.

Ҡотҡарыусылар район халҡын йылғаның  тигеҙ кимәлдә туңмауын, боҙҙоң хәүефле булыуын иҫкәртә. Балаларға ла  был турала аңлатыу мөһим. Хәүефһеҙлек сараларына битараф булыу фажиғәғә килтереүен онотмайыҡ.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас