

Республика дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов 22 ноябрҙә үҙенең телеграмма-каналында водителдәргә ашығыс хәбәр менән мөрәжәғәт итте.
«Башҡортостан Республикаһы дәүләт автоинспекцияһы башланғысы менән 22 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 12:00-нән 16:00-гә тиклем Магнитогорск-Ира (Баймаҡ районы) автомобиль юлының 101-ҙән 129 саҡрымына тиклем боҙлауыҡ булыуы сәбәпле транспорт сараларының бөтә төрҙәре өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелә, — тип хәбәр итте ведомство начальнигы. — Водителдәрҙән ошо йүнәлештә хәрәкәт итеү маршрутын алдан уйлауҙарын һәм юлдарҙа иғтибарлы булыуҙарын һорайбыҙ».
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, республика халҡын алдағы өс көндә «температура тирбәлеүе» көтә.
фото:ЮХХДИ