ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
21 Ноябрь 2023, 14:34

Һауа торошо боҙола, һаҡ булайыҡ!

   

Һауа торошо боҙола, һаҡ булайыҡ!Һауа торошо боҙола, һаҡ булайыҡ!
Һауа торошо боҙола, һаҡ булайыҡ!

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефле метеорологик күренештәр хаҡында иҫкәртә. 22 ноябрҙә урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, иртәгә болотло һауа торошо фаразлана. Ямғыр һәм епшек ҡар, урыны менән тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар, боҙлауыҡ, юлдарҙа тайғаҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан, тиҙлеге секундына 8-13 метр. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2, +3°, төндә көнсығышта -6°. Автомобиль юлдарында 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

 

Фото:Ксения Калинина
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас