

“Шатлыҡ” балалар баҡсаһында Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса берҙәм көн үтте.
Мәҫәлән, “Ҡурайҡай” төркөмөндә (тәрбиәсеһе В.Байсурина) бәләкәстәр менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында әңгәмә үткәрелде. Балалар менән юлда булыу ихтималлығы булған төрлө хәл-ваҡиғаларҙы булдырмау өсөн нимә эшләргә кәрәклеген өйрәнделәр, транспорт һәм юл һүрәте төшөрөлгән һүрәттәр ҡаранылар.
МБДОУ № 3 "Шатлык" с. Акъяр