ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
25 Октябрь 2023, 04:53

Мутсыларҙың яңы схемаһы

“Балама йәки туғаныма тауыш бир”,--тигән  СМС-хәбәр күптәргә килә. Енәйәтселәр ҡулына  эләкмәҫ өсөн һылтанма аша инеп уҡығыҙ.

Мутсыларҙың яңы схемаһыМутсыларҙың яңы схемаһы
Мутсыларҙың яңы схемаһы

Һуңғы ваҡытта енәйәтселәр  халыҡты алдауҙа тағы ла бер яңы схема буйынса әүҙемләште. Улар  мессенджер һәм социаль селтәрҙәрҙә йәнәһе ниндәйҙер конкурста ҡатнашҡан туғаны, балаһы өсөн тауыш бирергә һорап, СМС-хәбәр ебәрә.

Әгәр ҙә бындай хәбәр таныш булмаған кешеләрҙән килһә,  шикле һылтанма аша күсергә ашыҡмағыҙ! Сөнки  мутсылар сайтына эләгеп,  аферистарҙың һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙгә инеү мөмкинлеге асыла.

Әгәр инде  бындай хәбәр таныш кешенән килһә, тәүҙә уға бәйләнешкә сығығыҙ. Тик  һеҙгә килгән СМС-хәбәрҙәге телефон аша түгел, ә үҙ телефонығыҙҙағы  номер аша шылтыратығыҙ.

Шикле СМС алһағыҙ, уны юйып ташлау хәйерле.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас