

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте һалым бурысын түләгән ваҡытта мутлыҡ ҡылыуҙың тағы бер төрөнөң барлыҡҡа килеүе тураһында иҫкәртә. Баҡтиһәң, билдәһеҙ кешеләр Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте исеменән һалым бурысын түләү талабы менән хәбәр ебәрә икән. Бурысты инспекцияға шәхсән килеп йәки һылтанма буйынса үтеп түләргә һәм ошо белдереү ҡағыҙын ебәргән инспекторға түләү тураһындағы чек күсермәһен ебәрергә тәҡдим итәләр. Заман “остап бендер”ҙары был бурыстың 2021 йылғы икәнлеген билдәләй, шуға күрә ул “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында һәм түләүсенең шәхси кабинетында сағылыш тапмай, тип аңлата.
Шуны хәтерегеҙҙән сығармағыҙ, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте бер ҡасан да бындай хаттарҙы ебәрмәй һәм бындай хаттарға уларҙың ҡағылышы юҡ. Иҫәпләп сығарылған һалымдар тураһында белдереү шәхси кабинетҡа йәки почта аша килә. Унда тик белдереү ҡағыҙы һәм, документты сервиста ҡарарға мөмкин, тигән хәбәр генә була. Тағы һалым түләүселәрҙең электрон адресына һалым органдары өҫтәмә рәүештә бер нәмә лә ебәрмәй. Бындай шикле хаттарҙы асмаҫҡа, һылтанмалар буйынса инеп ҡарамаҫҡа, киреһенсә, “спам” тип билдәләргә һәм юйып ташларға кәңәш итәбеҙ.
Әгәр һалым түләүсенең шәхси кабинетында йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша алырға теләһәгеҙ, һалым тураһындағы белдереү ҡағыҙҙары ҡағыҙ форматта ебәрелмәй. Шунда уҡ бурысың бармы-юҡмы икәнлеге хаҡында мәғлүмәт алырға мөмкин. Тағы ла бурысты “Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә” сервисы аша хат ебәреп йәки һалым инспекцияһына шәхсән барып тикшерергә була.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Рәсәй Һалым федераль хеҙмәте сайтында белергә мөмкин.
Фото: nalog.gov.ru