ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
21 Сентябрь 2023, 04:01

Юлдарҙа бәләгә юлыҡмаҫ өсөн…

ЮХХДИ бүлегенең инспекторы 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары менән профилактик әңгәмә үткәрҙе.

Хәйбулла районы буйынса ЮХХДИ бүлеге Юлдарҙа бәләгә юлыҡмаҫ өсөн…Хәйбулла районы буйынса ЮХХДИ бүлеге Юлдарҙа бәләгә юлыҡмаҫ өсөн…
Юлдарҙа бәләгә юлыҡмаҫ өсөн…Фото:Хәйбулла районы буйынса ЮХХДИ бүлеге

Хәйбулла районы буйынса ЮХХДИ бүлегенең инспекторы Рәил Низамов 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары менән профилактик әңгәмәһе үткәрҙе. Сара Берҙәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге көнө сиктәрендә уҙғарылды.

Балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге, водитель таныҡлығы булмайынса транспорт саралары менән идара итеү өсөн яуаплылыҡ тураһында һөйләнеләр, шулай уҡ ни өсөн яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар кәрәклеген һәм автомобилдәрҙә, шул иҫәптән мәктәп автобустарында хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡулланыу кәрәклеген иҫкә төшөрҙөләр.

Юлдарҙа бәләгә юлыҡмаҫ өсөн…
Юлдарҙа бәләгә юлыҡмаҫ өсөн…
Юлдарҙа бәләгә юлыҡмаҫ өсөн…

ЮХХДИ инспекторы ҡатнашлығындағы профилактик саралар шулай уҡ Татыр-Үҙәк һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәрендә ойошторолдо. Подольск мәктәбендә иһә уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән осрашыу булды, унда балалар араһында юл-транспорт травматизмын иҫкәртеү мәсьәләләре тикшерелде, бәлиғ булмағандарға мототранспорт менән идара итеүгә айырыуса иғтибар бүленде, шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге хаҡында иҫкә төшөрҙөләр.

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тиҙәр. Балаларыбыҙға бер ерҙә лә хәүеф янамаһын өсөн, ата-әсәләр көн һайын уларға юлдағы ябай ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөргә һәм үҙ миҫалында юлды нисек аша сығырға кәрәклеген күрһәтергә, юлға яҡынлашҡанда баланың иғтибарын хәүеф-хәтәргә йүнәлтергә, урамды хәүефһеҙ үтеү өсөн кәрәкле бөтә эштәргә аңлатма бирергә тейеш.  Юлда баланың именлеге тәү сиратта өлкәндәргә бәйле.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас