ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
20 Сентябрь 2023, 09:08

Балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ!

Ошо арала акция сиктәрендә ЮХХДИ инспекторы Рәил Низамов тарафынан Татыр-Үҙәк мәктәбе уҡыусылары менән профилактик әңгәмә үткәрелде.

Балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ!Балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ!
Балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ!

Балаларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүенең фажиғәле тамамланыуы бик ихтимал. Каникул осоронда был мәсьәлә айырыуса көнүҙәккә әйләнә, сөнки күп осраҡта балалар ҡарауһыҙ ҡалалар, уларҙың буш ваҡыттары күп була.

Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү, балиғ булмаған йәйәүлеләрҙе тапатыу осраҡтарын профилактикалау, уҡыусылар һәм водителдәр тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү маҡсатында  районда “Иғтибар, балалар!” акцияһы үтә.

Ошо арала акция сиктәрендә ЮХХДИ инспекторы Рәил Низамов тарафынан Татыр-Үҙәк мәктәбе уҡыусылары менән профилактик әңгәмә үткәрелде.
Балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге, водитель таныҡлығы булмайынса транспорт саралары менән идара итеү өсөн яуаплылыҡ тураһында һөйләнеләр, шулай уҡ ни өсөн яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар кәрәклеген һәм автомобилдәрҙә, шул иҫәптән мәктәп автобустарында хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡулланыу кәрәклеген иҫкә төшөрҙөләр.

"Ата-әсәләр көн һайын балаларға юлдағы ябай ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөргә һәм үҙ миҫалында юлды нисек аша сығырға кәрәклеген күрһәтергә, юлға яҡынлашҡанда баланың иғтибарын хәүеф-хәтәргә йүнәлтергә, урамды хәүефһеҙ үтеү өсөн кәрәкле бөтә эштәргә аңлатма бирергә тейеш. Ата-әсәләрҙең бала менән бөтә маршруттарҙы ла үтеүҙәре шарт. Мәҫәлән, өйҙән мәктәпкә тиклем, өйҙән дуҫтарға һәм башҡа урындарға тиклем. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең юлда үҙегеҙҙе нисек тотоуығыҙ балағыҙ өсөн өлгө булып тора. Юлда баланың именлеге тәү сиратта өлкәндәргә бәйле.
Водителдәргә балаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймауҙарын һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙәрен һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Юлда кескәй йәйәүлене күреп ҡалғас та, тиҙлекте кәметегеҙ, сөнки балалар йыш ҡына үҙҙәрен төрлөсә тота. Йәйәүлеләр үткәүеле, йәмәғәт транспорты туҡталыштары, парктар, скверҙар, балалар майҙансыҡтары янында тиҙлекте кәметергә онотмағыҙ. Ихаталарҙа әкрен йөрөргә кәрәклеген хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Юл ситендәге балаларҙың нимә эшләргә теләүҙәрен аңламаһағыҙ, ҡабаттан сигнал биреүҙән тартынмағыҙ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!" - тип иҫкәртә ЮХХДИ инспекторы.

Балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ!
Балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ!
Балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ!
Балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас