Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
18 Сентябрь 2023, 22:14

Тик янғындар ғына булмаһын...

Әбеш ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереүселәре республика кимәлендәге һөнәри ярышта ҡатнашты

Тик янғындар ғына булмаһын...
Тик янғындар ғына булмаһын...

Әбеш ауылының ирекле янғын һүндереүселәре (Йәмил Илембәтов, Йыһангир Ҡыҙрасов) Шишмә районындағы “Патриот” хәрби-патриотик паркында үткән ирекле янғын һүндереүселәрҙең республика ярышында ҡатнашты.

“Республиканың төрлө төбәктәренән килгән 38 команда араһында призлы урындарҙы алмаһаҡ та, яҡшы һөҙөмтәләргә ирештек. Урал аръяғы командалары араһында яҡшы күрһәткестәргә өлгәштек. Иң мөһиме, янғындар булмаһын, тик ошондай ярыштарға ғына ҡатнашырға тура килһен”,--тип яҙалар Администрация СП Абишевский сельсовет төркөмөндә.

Администрация СП Абишевский сельсовет

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: