

Төтөн, көйөк еҫе һиҙгән саҡта үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы белгестәре аңлата:
*Марлянан эшләнгән йә башҡа төрлө дымлы битлек файҙаланырға, күберәк таҙа һыу һәм йәшел сәй эсергә, көн дауамында һалҡын душ керергә тәҡдим ителә.
*Тәҙрәләрҙе ябыҡ килеш тоторға, бүлмәне еүеш сепрәк менән һөртөп торорға һәм һауаны дымландырырға кәрәк.
*Бигерәк тә танау ҡыуышлығын йыуырға һәм ауыҙҙы сайҡатырға. Шулай уҡ был осорҙа күҙ менән проблемалар килеп сыҡмаһын өсөн табиптар контакт линзаларҙа йөрөргә кәңәш итмәй.
*Физик әүҙемлекте сикләргә.
*Үпкә, йөрәк һәм аллергия сирҙәренән яфаланған кешеләргә үҙҙәре менән дарыуҙар алырға кәңәш ителә.
*Һауала төтөн күпселек осраҡта иртә менән йыйыла, шуға күрә был ваҡытта урамда оҙаҡ йөрөүҙән тыйылырға кәрәк.
*Балаларға һәм ауырлы ҡатындарға тышта оҙаҡ йөрөүҙән бөтөнләй баш тартырға кәрәк.
*Еңел үҙләштерелә торған, витаминдарға һәм минераль матдәләргә бай аҙыҡ ашарға, йәшелсә- емешкә өҫтөнлөк бирергә. Майлы аҙыҡты сикләргә.
*Мөмкин тиклем тәмәке тартыуҙы сикләргә, алкоголдән баш тартырға кәрәк.
*Мөмкинлек булһа, төтөн баҫҡан тораҡ пункттан китергә йәки унда булыу ваҡытын сикләргә, балаларҙы, өлкәндәрҙе һәм сирлеләрҙе алып китергә кәрәк.
*Һауа етмәү, йүткереү, йоҡоһоҙлоҡ йәки киҫкен ауыртыу билдәләре беленеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә.
*Төтөн еҫе һиҙһәгеҙ, 112 телефон номеры буйынса шылтыратығыҙ.