ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
1 Сентября 2023, 05:54

Хәйбулла районы территорияһында рейд үтә

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре кемдәрҙе туҡтатасаҡ? Был турала Хәйбулла районы буйынса дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итте.

Хәйбулла районы территорияһында рейд үтәХәйбулла районы территорияһында рейд үтә
Хәйбулла районы территорияһында рейд үтә

Хәйбулла районы дәүләт автоинспекцияһы рәсми төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә,  район территорияһында рейдтар ойошторола.

Ул  транспорт саралары водителдәренең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын асыҡлау һәм иҫкәртеү маҡсатында уҙғарыла. Автомобиль артына иҫерек килеш ултырғандарға,  юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоусыларға айырым иғтибар ителә. Юлдарҙа  иғтибарлы булырға саҡырабыҙ.

                                                                                                       
https://vk.com/gibddkhaibullinskii

Госавтоинспекция по Хайбуллинскому району

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас