

Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында иҫерек водителдәр менән юл фажиғәләрендә 36 кеше һәләк булған һәм 153 кеше йәрәхәтләнгән, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығынан.
- Иҫерек автомобилист йөрөү эҙемтәләренән кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау - һәр беребеҙҙең бурысы, - тип мөрәжәғәт итте республика халҡына Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Владимир Севастьянов. - Ошондай хәбәр менән полицияға шылтыратыуығыҙ яуапһыҙ водителдең генә түгел, башҡа кешеләрҙең дә ғүмерен ҡотҡара ала. Бәлки, был һеҙҙең туғандарығыҙ йәки дуҫтарығыҙҙыр. Эскән кеше тураһында хәбәр итеп, һеҙ кемдеңдер ғүмерен ҡотҡараһығыҙ. Шулай уҡ кемдер һеҙҙе йәки балағыҙҙы ҡотҡара ала.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны - 8 (347) 279-32-92 (тәүлек әйләнәһенә эшләй). Һәр шылтыратыу буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре кисекмәҫтән саралар күрә.
фото:ЮХХДИ.