

22 июндә көндөҙгө сәғәт 12-лә Хәйбулла районында Аҡъяр - Яңы Черкассы автомобиль юлында Таналыҡ йылғаһы аша күперҙә ремонт эштәре менән бәйле бөтә транспорт төрҙәре өсөн хәрәкәт туҡтатылды. Сикләү 2024 йылдың 30 октябренә тиклем ғәмәлдә була.
«Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы ошо участканы йөрөп сығыу маршрутын алдан уйлауҙарын һорайбыҙ», - тип иҫкәрттеләр Башҡортостандағы дәүләт автоинспекцияһында.