Көндәр эҫетеү менән халыҡ йылға, быуа-күл буйҙарына йүнәлә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре иҫкәртеүенсә һыу инеү миҙгелендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мотлаҡ. Бигерәк тә балаларҙы айырым контролгә алыу һәм уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау мөһим. Һауа торошо боҙолған саҡта ҡотҡарыусылар һыу инеүҙән бөтөнләй баш тартырға кәңәш итә.
Ошо арала Аҡъяр ауылы 93-сө янғын-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре И.М.Хәтмуллин һәм И.Х.Ғәлиев, Хәйбулла районы административ комиссияһы ағзалары ҡатнашлығында Таналыҡ буйында рейд үткәрҙе. Улар тарафынан иҫерек килеш һыу инеүҙе тыйыу; балаларҙы һыу ятҡылығы янында яңғыҙ ҡалдырмау һәм уларҙы өлкәндәрһеҙ һыу инеүҙе тыйыу; рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инеү кәрәклеге; рөхсәт ителмәгән урындарҙа усаҡ яғыу тыйыу тураһында ял итеүселәргә инструктаж үткәрелгән.