

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала хәбәр итте.
“Юл хужалығы идаралығы һәм “Башкиравтодор” вәкилдәре менән берлектә Аҡъяр-Сибай автомобиль юлындағы 2-се Маҡан йылғаһы аша күпер торошон ҡараныҡ. Юл хужалығы идаралығы белгестәре күперҙе ремонтлау варианттары һәм ваҡыты тураһында ҡарар ҡабул итәсәк - быны алдан билдәләү өсөн күперҙе һүтеп һәм асыу юлы менән генә эшләргә мөмкин. Һыу үткәреү торбаларын һалып, нигеҙен тығыҙлап, шунан һуң урау хәрәкәтен ойошторорға кәрәк. Шуның менән бәйле автомобиль юлының ошо участкаһында юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың бөтәһен дә иғтибарлы булыуҙарын, тиҙлек режимын үтәүҙәрен һәм урау юл билдәләренә иғтибар итеүҙәрен һорайым”, тип яҙҙы Рөстәм Динислам улы.