

Маҡан ауыл биләмәһендә үҙйөрөшлө техникаларҙың техник торошо тикшерелде. Унда БР Гостехнадзор инспекцияһы начальнигының беренсе урынбаҫары Илһам Шәкиров, Сибай ҡалаһы, Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен һәм Хәйбулла райондары Гостехнадзор инспекцияларының инженер-инспекторҙары ҡатнашты.
Был көндө инженер-инспекторҙар Маҡан ауыл биләмәһенән шәхси хужалыҡтарҙан тикшереүгә йәлеп ителгән 24 берәмек техника торошон ҡараны. Булған 52 техниканан 22 үҙйөрөшлө машинаны файҙаланыу рөхсәт ителде. Уларҙың хужаларына техник тикшереү үтеүе тураһында танытма бирелде. Башҡа техникалар эйәләре лә 20 көн эсендә асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөргәндән һуң, техосмотр үтеү тураһында танытма аласаҡ.
Ҡайһы бер тракторҙар хужалары техниканы тикшереүгә яҡшы әҙерләгәне өсөн республика Гостехнадзорының Рәхмәт хаты менән билдәләнде. Мәҫәлән, Фирғәт Мәмбәтов техникаһын яҡшы әҙерләгән өсөн 1-се урынды алды. Вәхит Кәипов техниканы оҙайлы ваҡыт һәм аварияһыҙ файҙаланған өсөн билдәләнде. Ә Шәйхетдин Ҡарабаев тракторҙарҙы йыл һайын үткәрелгән техник тикшереүгә яҡшы әҙерләгән өсөн “Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн” номинацияһында еңеү яуланы.
Светлана Сахно