

Балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында юл фажиғәләрен иҫкәртеү маҡсатында, Хәйбулла районы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре “Юл ҡағиҙәләрен күҙәт” тип аталған акция үткәрҙе.
Аҡъярҙың “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында өлкән инспектор А.Таҡалов юлда, бигерәк тә белем биреү учреждениелары янында транспорт күп йөрөгәндә һаҡ булырға саҡырҙы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү, кейемдә һәм сумкаларҙа яҡтыртҡысты ҡайтарғыстар булыу мөһимлеге һәм башҡалар тураһында өлкән төркөмдәге мәктәпкәсә йәштәге балалар менән әңгәмәләште. Балалар ҙа полиция хеҙмәткәрен иғтибарлап тыңланы, һорауҙар бирҙе. Мәҫәлән, “Скутер менән идара итеүгә водитель таныҡлығы кәрәкме”, тигән һорауға, тулы яуап ҡына түгел, тейешле документ булмаған осраҡтың ниндәй эҙемтәләргә килтереү ихтималлығы тураһында ла белделәр. Малайҙар һәм ҡыҙҙар “Етеҙ водителдәр”, “Автодром” эстафеталарында ҡатнаштылар. Бирелгән һорауҙарға яуап бирҙеләр һәм юл билдәләре тураһында белемдәрен яңырттылар. Сара аҙағында уларҙың һәр береһенә “Ҡағиҙәләр белгесе” миҙалы тапшырылды.