ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
13 Май 2023, 04:14

Телеграм мессенджеры аша ла хәбәр итергә мөмкин

Хәҙер Телеграм-канал ярҙамында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осраҡтары, шул иҫәптән иҫерек водителдәрҙең йәки йәйәүлеләрҙең дә ошондай ҡылыҡтары тураһында хәбәр итергә була.

Телеграм мессенджеры аша ла хәбәр итергә мөмкинТелеграм мессенджеры аша ла хәбәр итергә мөмкин
Телеграм мессенджеры аша ла хәбәр итергә мөмкин

Хәҙер Телеграм-каналдағы Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһының чат-боты ярҙамында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осраҡтары, шул иҫәптән иҫерек водителдәрҙең йәки йәйәүлеләрҙең дә ошондай ҡылыҡтары тураһында хәбәр итергә мөмкин.

Мөрәжәғәттә закон боҙоу урыны хаҡында мәғлүмәтте, адресын, автомобилдең дәүләт номерын һәм уның хәрәкәт итеү маршрутын күрһәтергә, ваҡиғаны һүрәтләргә һәм фото йәки видео һалырға кәрәк.

Чат-ботҡа һылтанма: https://t.me/GIBDDRB_02bot

Иғтибар итегеҙ, чат-ботҡа килгән ғаризалар, мөрәжәғәттәр һәм һорауҙар рәсми тип һаналмай.

Был чатта аноним хәбәр ҙә ҡалдырырға була.

Рәсми мөрәжәғәттәр өсөн Дәүләт автоинспекцияһы сайтын файҙаланырға кәрәк: гибдд.рф/request_main – «Мөрәжәғәттәр ҡабул итеү» бүлеге.

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары тураһында хәбәрҙәр ҡабул иткән ҡыҙыу линияһы ла тәүлек әйләнәһенә эшләй: 8 (347) 279 32 92.

Уяу булығыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Аңлатабыҙ Башҡортостан
Читайте нас