ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
13 Май 2023, 04:32

Нисек мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә?

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларын финанс мутлашыусыларҙан яҡлау маҡсатында 18 майҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн финанс грамоталыҡ» темаһына вебинар үткәрә.

Нисек мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә?Нисек мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә?
Нисек мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә?

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларын финанс мутлашыусыларҙан яҡлау маҡсатында 18 майҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн финанс грамоталыҡ» темаһына вебинар үткәрә.

Спикерҙар мутлашыусыларҙың яңы схемалары һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, шулай уҡ финанс инструменттарына аҡса һалыуҙың дөрөҫ һәм законлы ысулдары тураһында һөйләйәсәк.

Браузер аша вебинарға нисек тоташырға

1 - cbr.imind.ru һылтанмаһы буйынса үтегеҙ
2 – Сараның ID һандарын яҙығыҙ: 934-715-442
3 - «Дауам итергә» төймәһенә баҫығыҙ
4 - «Мин системала теркәлмәгәнмен» ҡушымтаһын һайлағыҙ
5 - «Исемегеҙ» тигән юлға ҡатнашыусының исемен яҙығыҙ
6 - «Сараға инергә» төймәһенә баҫығыҙ

Мобиль ҡоролма аша вебинарға нисек тоташырға

1 - «Mind Meeting Бизнес» ҡушымтаһын күсереп алығыҙ https://mind-meeting-business.softonic.ru/
2 - «Сараға ID аша ҡушылырға» ҡушымтаһына күсегеҙ
3 - «Ҡунаҡ» ҡушымтаһын һайлағыҙ
4 – «Сараның ID һандарын индерегеҙ” юлына 934-715-442 һандарын яҙығыҙ
5 - «Исемегеҙҙе яҙығыҙ» тигән юлға ҡатнашыусының исемен яҙығыҙ
6 - «url» тигән юлға "cbr.imind.ru" һылтанмаһын индерегеҙ һәм «Ҡушылырға» төймәһенә баҫығыҙ

Вебинар сәғәт 12-лә башлана, ләкин уға 10 минут алдан ҡушылырға кәрәк.

Сараға тоташырға онотмағыҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Нисек мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә?
Нисек мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә?
Нисек мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә?
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас