ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
13 Май 2023, 04:11

Үлән яндырыу нимәһе менән ҡурҡыныс?

   

Үлән яндырыу нимәһе менән ҡурҡыныс?Үлән яндырыу нимәһе менән ҡурҡыныс?
Үлән яндырыу нимәһе менән ҡурҡыныс?

Үлән яндырыу нимәһе менән ҡурҡыныс?
- Төтөн - уның менән ағыуланып, кешеләр яфалана, хайуандар үлә.
- Янғын хәүефе - сәғәтенә - 5 саҡрым, көслө ел иҫкәндә 25-30 саҡрым тиҙлек менән тарала, тораҡ пункттарҙы ялмап алыуы ихтимал.
- Тәбиғәт өсөн зыян - янғын булған урында үҫемлектәр 5-6 йылдан һуң ғына ҡабаттан үҫә.

Ут менән бик һаҡ эш итергә кәрәк:
- Усаҡты ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай.
- Шырпыны һәм газлы тоҡандырғыстарҙы балаларҙан йәшереп тоторға кәрәк.
- Иретеп йәбештереү йәки утҡа бәйле башҡа эштәрҙе ҡоро һәм ел булған көндәрҙә эшләргә ярамай.

Өйҙәрҙән йыраҡ түгел ерҙә үлән яна икән, нимә эшләргә:

- 101 йәки 112 номеры буйынса ошо хаҡта хәбәр итергә кәрәк.
- Ҙур булмаған янғынды һыу, тупраҡ йәки ҡом һибеп үҙаллы һүндерә башларға мөмкин.

Әгәр урман янғыны йәки урман массивтары янында ут күрһәгеҙ, кисекмәҫтән урман һағының бушлай берҙәм номеры буйынса (8 (800) 100-94-00) йәки Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә (8 (347) 218-14-14) хәбәр итергә кәрәк.

Иғтибар итегеҙ, 2023 йылдың 17 апреленән 15 майына тиклем республика биләмәһендә, шул иҫәптән урман фонды ерҙәрендә лә янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Ә 2023 йылдың 30 апреленән урманға барыу һәм унда транспорт менән инеү сикләнде.

Был янғын хәүефенең артыуына бәйле һәм туристарға, бәшмәкселәргә, һунарсыларға, урманда ял итеүселәргә ҡағыла. Эшмәкәрлектәре урманға бәйле кешеләргә был сикләү ҡағылмай. БР Урман хужалығы министрлығының «Граждандарҙың урманға барыуын һәм унда транспорт менән инеүҙе сикләү тураһында»ғы бойороғо: https://vk.cc/co4tGy

Һаҡ булығыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Үлән яндырыу нимәһе менән ҡурҡыныс?
Үлән яндырыу нимәһе менән ҡурҡыныс?
Автор:Аңлатабыҙ Башҡортостан
Читайте нас