

Эскән водитель тураһында ҡыҙыу линия телефоны буйынса хәбәр итергә мөмкин - Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы белгестәре аңлата:
8 (347) 279 32 92
ҡыҫҡа номер - 128 (кеҫә телефондарынан)
Ҡыҙыу линия тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Эскән водителдәрҙең йәки йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осраҡтары хаҡында хәбәр итергә кәрәк.
Ябай шылтыратыу ҙа етә - дежур хеҙмәткәргә ваҡиғаны тасуирлағыҙ, хоҡуҡ боҙоу урынын, адресын, машинаның маркаһын һәм моделен, дәүләт теркәү номерын әйтегеҙ.
Эскән килеш машина йөрөтөү водителдәргә ниндәй эҙемтәләр менән янай?
Иҫерек килеш автомобиль йөрөтөү етди хоҡуҡ боҙоу тип иҫәпләнә. Иҫерек килеш рүль артында йөрөгән өсөн яза Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 12.8-се, 12.26-сы статьялары, ҡабаттан закон боҙған осраҡта Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһы менән ҡарала.
Тәүге осраҡ өсөн - 30 мең һум күләмендә штраф һәм 1,5-2 йылға таныҡлыҡтан мәхрүм итеү.
Әгәр йыл дауамында ҡағиҙә боҙоу ҡабатланһа, енәйәт яуаплылығы янай. Суд ҡарары буйынса 200-300 мең һум штраф йәки мәжбүри эштәр тәғәйенләнә йәки 2 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Хөкөм ителгәндән һуң эскән килеш ҡабаттан руль артына ултырған өсөн водителгә 300 000-дән 500 000 һумға тиклем штраф һалыныуы, өс йылға тиклем мәжбүри эштәргә ҡушыуҙары йәки өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре мөмкин.
Мәғлүмәтте яҡындарығыҙ менән бүлешегеҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан