

3 майҙа, Башҡортостандың урман фондында 3, 4, 5 класлы янғын хәүефе фаразлана. Мәҫәлән, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарында бишенсе (ғәҙәттән тыш) иң юғары класлы янғын хәүефе һаҡлана.
Дүртенсе класлы янғын хәүефе Хәйбулла, Әлшәй, Архангел, Баймаҡ, Баҡалы, Бөрө, Бүздәк, Бөрйән, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Туймазы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә райондарында фаразлана. Республикала йәшәүселәргә ут менән эш итеү ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итәләр. Янған шырпы, тәмәке төпсөктәрен ташлау, ел иҫкәндә усаҡ яғыу тыйыла. Теләһә ҡайҙа ҡалдырылған шешәләр йәки быяла киҫәктәре, ҡояш нурҙарын бер фокусҡа йыйып, хәүеф тыуҙырыуы мөмкин, улар яндырғыс линзалар кеүек эшләп китеүе мөмкин. Уяулыҡты юғалтырға ярамай!
Шулай уҡ уҡығыҙ: Урманға инһәң... ике миллион һум түлә!