ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
15 Апрель 2023, 07:41

Күрше райондағы трассаларҙа хәрәкәтте сикләү оҙайтылды

      

Күрше райондағы трассаларҙа хәрәкәтте сикләү оҙайтылдыКүрше райондағы трассаларҙа хәрәкәтте сикләү оҙайтылды
Күрше райондағы трассаларҙа хәрәкәтте сикләү оҙайтылды

Башҡортостанда һауа торошоноң насар булыуына бәйле Ейәнсура районында «Үрге Һарыбил - Ҡыуандыҡ» (0 саҡрымдан 55 саҡрымға тиклем) һәм «Магнитогорск - Ира» (241 саҡрымдан 287 саҡрымға тиклем) трассаларында бөтә транспорт төрҙәре өсөн хәрәкәтте сикләү оҙайтылды.

«Бөтә транспорт төрҙәре өсөн хәрәкәтте сикләү 15 апрелгә киске сәғәт 6-ға тиклем оҙайтылды. Сикләүҙе туҡтатыу ваҡытының үҙгәреүе ихтимал», - тип хәбәр иттеләр республика Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

 

фото:Башҡортостан Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас