ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
14 Апрель 2023, 17:23

Тәүлек эсендә республика ҡотҡарыусылары 37 ҡоро үлән янғынын һүндергән

    

Тәүлек эсендә республика ҡотҡарыусылары 37 ҡоро үлән янғынын һүндергәнТәүлек эсендә республика ҡотҡарыусылары 37 ҡоро үлән янғынын һүндергән
Тәүлек эсендә республика ҡотҡарыусылары 37 ҡоро үлән янғынын һүндергән

Бөгөн Башҡортостандың дәүләт урман фондында 1-се, 3-сө һәм 4-се класлы янғын хәүефе фаразлана, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республиканың биш районында — Архангелдә, Баҡалыла, Дыуанда, Стәрлетамаҡта һәм Туймазыла дүртенсе, йәки юғары класлы янғын хәүефе көтөлә.

«Һуңғы тәүлектә дөйөм 39,8570 гектар майҙанда ҡоро үлән яныуҙың о37  срағы теркәлгән. Бөтәһе лә һүндерелгән. 2023 йылдың башынан республика биләмәһендә бөтәһе 352 гектар майҙанда ошондай 376 янғын булған», — тип тип белдерҙе ҡотҡарыусылар.     

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 17 апрелдән 15 майға тиклем Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Республика Башлығының тейешле бойороғо 11 апрелдә хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған .

 

Фото:Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте
Сығанаҡ:"Башинформ"
 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас