

Башҡортостандың Транспорт министрлығы мәғлүмәте буйынса, һауа торошоноң боҙолоуына бәйле Башҡортостандың көньяғында, шул иҫәптән Хәйбулла районында төбәк әһәмиәтендәге ҡайһы бер трассаларҙа бөтә транспорт төрҙәре өсөн сикләүҙәр индерелә.
Шулай итеп, 14 апрелдә 19 сәғәттән 15 апрелгә 9 сәғәткә тиклем киләһе участкаларҙа хәрәкәт ябылды:
* Магнитогорск - Ира (84 км - 241 км)
* Сибай - Аҡъяр (0 км - 102 км)
* Юлдыбай - Аҡъяр - Сара (0 км - 81 км).
Сикләү ваҡытының үҙгәреүе ихтимал, тип билдәләнеләр Транспорт министрлығында. Алдан хәбәр ителгәнсә, төбәккә арктик фронт үтеп инде, ә республиканың көньяғы антициклон периферияһында булып сыҡты, унда һәр саҡ кире күренештәр барлыҡҡа килә. Епшек ҡар яуыуы, буран сығыуы, боҙлауыҡ, боҙло ямғыр яуыуы, күреү мөмкинлегенең насарайыуы көтөлә.