ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
14 Апрель 2023, 17:28

Башҡортостанда йөк машиналары водителдәре өсөн 1 июндән йәйге юл регламенты көсөнә инә

   

Башҡортостанда йөк машиналары водителдәре өсөн 1 июндән йәйге юл регламенты көсөнә инәБашҡортостанда йөк машиналары водителдәре өсөн 1 июндән йәйге юл регламенты көсөнә инә
Башҡортостанда йөк машиналары водителдәре өсөн 1 июндән йәйге юл регламенты көсөнә инә

100 меңдән 400 мең һумға тиклем — Башҡортостанда ауырлыҡ габариты контролен боҙған өсөн йөк машиналары хужаларына ошондай штраф һалына. Республикаға идара итеү үҙәгенең «Бәйләнештәге» рәсми төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, яҙғыһын юлдарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн апрель аҙағына тиклем төбәк юлдарында 10 тоннанан ашыуыраҡ йөк тейәгән автомобилдәргә йөрөү тыйыла. Муниципаль-ара юлдар өсөн сикләү тағы ла ҡатыраҡ — 6 тоннанан артмаҫҡа тейеш.

Республиканың автомобиль юлдарында 13 автоматик ауырлыҡ контроле пункты ҡуйылған. Йөкләмә параметрҙарының үтәлешен мониторинг үҙәге операторҙары күҙәтә.

Билдәләнеүенсә, сикләү 1 майҙа ғәмәлдән сығарыла, ләкин 1 июндән юл йөрөүҙең йәйге регламенты көсөнә инә — һауа температураһы 32 градустан юғары булғанда йөк машиналары водителдәренә трассаға сығырға ярамай.

Башҡортостандың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге етәксеһе Мансаф Низакаев БСТ телеканалында республика юлдарында йөк ташыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләне:

 

сығанаҡ:"Башинформ"
Фото:Ксения Калинина
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас