

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана: республикала урыны менән елдең тиҙлеге секундына 26 метрға етеүе, насар һауа торошонан төбәктең көньяғында ағастарға һәм тимер сымдарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә.
14 апрелдә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ, республиканың көньяғында ямғыр, епшек ҡар һәм ҡар, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙың тайғаҡ булыуы фаразлана. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 15-20 метр, урыны менән секундына 26 метрға ҡәҙәр. Һауа температураһы төндә 0, 5, төньяҡта -2, -7, көндөҙ 2, 7 градус. Республиканың көньяғындағы автомобиль юлдарында 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.