

Республиканың ике районында һыйыр малының лейкоз менән сирләү буйынса карантин индерелгән. Башҡортостандың ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин тейешле бойороҡтарға ҡул ҡуйҙы.
Ведомствоның рәсми сайтында баҫылған документтарға ярашлы, Шаран районында өс ауырыу сығанағы асыҡланған. Мәҫәлән, Салмалы ауылының шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында һәм Сурай ауылындағы бер биләмәлә сикләү саралары ғәмәлдә. Һыйыр малы лейкозының тағы бер сығанағы Благовар районының Өйҙөрәкбаш ауылынан 800 метр алыҫлыҡта урынлашҡан «Родничок» ауыл хужалығы етештереү кооперативының һөтсөлөк-тауар фермаһы биләмәһендә асыҡланған.
Һыйыр малының лейкозы – яман шеш тыуҙырған хроник инфекцион ауырыу. Сирләгән һыйырҙарҙың һөтөн ирекле һатыуға сығарырға ярамай - уны пастеризациялағандан йәки сәнәғәт эшкәртеүенән һуң ғына файҙаланырға мөмкин.