

"Иғтибар - балалар!" акцияһы сиктәрендә юл-патруль хеҙмәте инспекторы Федоровка ауылы мәктәбе уҡыусылары менән әңгәмә үткәрҙе. Балаларға юлда үҙеңде дөрөҫ һәм хәүефһеҙ тотоу, йәйәүлеләр өсөн юл ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрҙөләр. Шулай уҡ ни өсөн яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар кәрәклеген асыҡланылар. Үҙ сиратында, балалар инспекторға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе.