

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе уңайһыҙ метеорологик күренештәр тураһында иҫкәртә. 8 апрелдә төндә көньяҡта елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе ихтимал.
Алдағы тәүлектә яҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр, төндә көньяҡта секундына 17 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә -2, -7°, урыны менән -12°, көндөҙ +6, +11°.Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге һәйбәт.