ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
6 Апрель 2023, 18:01

Ҡар иреү менән тәбиғәт янғындары башланды...

Хәйбулла районында өсөнсө класлы янғын хәүефе теркәлгән. Янғындарҙың күбеһе кеше факторы, шул иҫәптән билдәләнгән янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында сыға. Урамда ҡалдырылған усаҡтан, һүндерелмәгән тәмәкенән ҡоро үҫемлектәрҙең еңел тоҡаныуы ихтимал...

Ҡар иреү менән тәбиғәт янғындары башланды...Ҡар иреү менән тәбиғәт янғындары башланды...
Ҡар иреү менән тәбиғәт янғындары башланды...

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров үҙенең телеграмма-каналында хәбәр итеүенсә, бөгөн Бөрө районының Криуши ауылында ҡоро үлән яныуы асыҡланған.

«Бөгөнгө авиаразведка барышында ҡоро үлән яныуы асыҡланған. Мәғлүмәт тиҙ арала Бөрө районы хакимиәтенә һәм бөтә оператив хеҙмәттәргә еткерелде. Хәл - урында уҡ контролдә, янғынды һүндереүгә тотондоҡ», - тип белдерҙе Фәрит Ғүмәров.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары килә. Яҡынса янғын майҙаны 6 гектар тәшкил итә. Ауылға хәүеф янамай, зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт килмәгән.

Республикала 31 марттан урман фондында янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланды. Көндәрҙең ҡоро, йылы тороуы арҡаһында үләндәрҙең яныуы күҙәтелә. Ҡоро үлән яныуы - идара ителмәҫлек процесс. Янған ҡоро үләнде туҡтатыу ҡыйынға тура килә. Уттың ҡоролмаларға һәм урман массивтарына күсеү хәүефе тыуа. Янғындарҙың күбеһе кеше факторы, шул иҫәптән билдәләнгән янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында сыға. Урамда ҡалдырылған усаҡтан, һүндерелмәгән тәмәкенән йәки осраҡлы ғына ташланған шырпынан ҡоро үҫемлектәрҙең еңел тоҡаныуы ихтимал.

2023 йылдың апрелендә - Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндә, ә ағымдағы йылдың майында республикабыҙҙың көнсығыш өлөшөндә урман янғындары сығыу хәүефе арта. Янғын сығанаҡтары асыҡланған осраҡта шунда уҡ Башҡортостан Урман хужалығы ҡарамағындағы Төбәк диспетчер хеҙмәтенә (347) 218-14-14 (тәүлек әйләнәһенә) һәм урман һағының берҙәм федераль номерына (8-800-100-94-00) шылтыратырға кәрәк.

Әйткәндәй...

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенәнхәбәр итеүҙәренсә, Федоровка районында икенсе класлы янғын хәүефе теркәлгән. Өсөнсө класлы янғын хәүефе — 31 муниципаль берәмектә: Әбйәлил, Әлшәй, Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Баҡалы, Балаҡатай, Белорет, Бәләбәй, Бөрө, Бөрйән, Бүздәк, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ҡариҙел, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Кушнаренко, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Яңауыл райондары һәм Өфө ҡалаһы.

 

Фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ҡар иреү менән тәбиғәт янғындары башланды...
Ҡар иреү менән тәбиғәт янғындары башланды...
Ҡар иреү менән тәбиғәт янғындары башланды...
Ҡар иреү менән тәбиғәт янғындары башланды...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас