Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
23 Март 2023, 15:59

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен бәләкәйҙән өйрәтә башлау бик мөһим

Подольск ауылының "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһында ЮХДДИ инспекторы Р.Н.Низамов менән фәһемле осрашыу үтте.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен бәләкәйҙән өйрәтә башлау бик мөһим
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен бәләкәйҙән өйрәтә башлау бик мөһим

Подольск ауылының "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһында Хәйбулла район буйынса ЮХХДИ-ның Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы полиция кесе лейтенанты Рәил Низамов менән осрашыу үткәрелде.

Инспектор юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрҙе. Әңгәмәнең маҡсаты - балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор балаларға юлда үҙеңде нисек дөрөҫ тоторға кәрәклеген һөйләне һәм велосипедта йөрөү ҡағиҙәләрен аңлатты. Осрашыу дауамында балалар инспекторҙарҙы ҙур иғтибар менән тыңланы һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Полиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә балалар юлда үҙеңде хәүефһеҙ тотоуҙың төп ҡағиҙәләрен һәм юл билдәләрен иҫкә төшөрҙө. Уйын формаһында нисек юл аша сығыу кәрәклеге һәм йәйәүлеләр үткәүелендә үҙеңде нисек тоторға тейешлеге хаҡында һөйләнеләр. Осрашыу аҙағында ЮХХДИ инспекторы һәм тәрбиәселәр балаларға юлда һаҡ, иғтибарлы булыуҙарын һәм үҙҙәрен һаҡлауҙарын теләне.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен бәләкәйҙән өйрәтә башлау бик мөһим
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен бәләкәйҙән өйрәтә башлау бик мөһим
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен бәләкәйҙән өйрәтә башлау бик мөһим
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен бәләкәйҙән өйрәтә башлау бик мөһим
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен бәләкәйҙән өйрәтә башлау бик мөһим
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: