Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
13 Март 2023, 16:21

Башҡортостандың урман янғыны хәүефе янаған тораҡ пункттар исемлеге раҫланды

Улар иҫәбенә Хәйбулла районының ике ауылы индерелде

Башҡортостандың урман янғыны хәүефе янаған тораҡ пункттар исемлеге раҫланды
Башҡортостандың урман янғыны хәүефе янаған тораҡ пункттар исемлеге раҫланды

Башҡортостан Хөкүмәте урман һәм башҡа тәбиғәт янғындары хәүефе янаған тораҡ пункттар, балалар лагерҙары һәм коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре исемлеген раҫланы. Тейешле документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Республика хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2023 йылдың 15 апреленән 15 октябренә тиклем яҙғы-йәйге янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел иғлан ителде.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығына муниципалитеттарға, балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмалары етәкселәренә, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре рәйестәренә «тораҡ пункттарҙы, балаларҙың ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмалары, баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәләрен янғындарҙан һаҡлау буйынса иҫкәртеү сараларын» үткәреүҙә ярҙам итеү бурысы йөкмәтелде.

Бойороҡтоң тулы тексы менән бында танышырға мөмкин. Исемлеккә Хәйбулла районының Әбеш һәм Урыҫбай ауылдары, шулай уҡ "Аҡсарлаҡ" балалар лагеры индерелгән.

 

Фото:МЧС РБ.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: