Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
23 Февраль 2023, 15:05

Водителдәр иғтибарына:

Башҡортостанда һауа шарттарының боҙолоуы - буран сығыуы, күреү мөмкинлегенең сикләнеүе һәм көслө ҡар яуыуы сәбәпле Өфө-Ырымбур трассаһында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.

«Башинформ»ға «Урал буйы» юл идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 23 февралдә көндөҙгө 14:45 сәғәттән дөйөм файҙаланыуҙағы Р-240 автомобиль юлы участкаһында Мәләүез ҡалаһынан Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылына тиклем пассажир автобустарына, маршрут таксиҙарына, йөк транспортына йөрөү тыйылды. Хәрәкәтте асыу тураһында өҫтәмә хәбәр ителәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башгидромет фараздары буйынса, алдағы өс көндә республикала буран сығыуы, ҡар яуыуы һәм көслө ел сығыуы көтөлә.

фото:Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: