Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
21 Февраль 2023, 08:55

Ҡотҡарыусылар ярҙамға килгән

Юлда машиналар "буран тотҡоно" булып ҡалған... Һаҡ булығыҙ, юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм буран!

Ҡотҡарыусылар ярҙамға килгән
Ҡотҡарыусылар ярҙамға килгән

Баймаҡ районындағы иҫкәртеү саралары барышында Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Урғаҙа ауылы янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре ҡар ҡамауында ҡалған бер юлы ике автомобилсегә ярҙамға килгән.

"Хөрмәтле водителдәр! Республика биләмәһендә, синоптиктар мәғлүмәте буйынса, көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ көтөлә. Мөмкинлеккә ҡарап, һеҙҙән юлға сығыуҙы кисектереп тороуығыҙҙы һорайбыҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә берҙәм «112» номерына шылтыратығыҙ!" - тип мөрәжәғәт иттеләр  Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.

 

фото: Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

 

Ҡотҡарыусылар ярҙамға килгән
Ҡотҡарыусылар ярҙамға килгән
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: