Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
21 Февраль 2023, 21:33

"Хәйбулла районында 25 автомобиль ҡар ҡамауына эләккән..."

Бәхеткә күрә  - был күнекмәләр легендаһы.

"Хәйбулла районында 25 автомобиль ҡар ҡамауына эләккән..."
"Хәйбулла районында 25 автомобиль ҡар ҡамауына эләккән..."

Бөгөн Хәйбулла районында Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы менән берлектә ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр, медиктар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ҡар һырынтыһы шарттарында үҙ-ара эш итеү буйынса күнекмә уҙғарҙы. Һауа торошо, сценарийға ярашлы кеүек, күнекмәләрҙе ысынбарлыҡта үткәреүгә булышлыҡ итте. Бындай шарттар йыш ҡына миҙгел араһында, ҡыш тамамланған осорҙа күҙәтелә.

Легендаға ярашлы, насар һауа шарттарына бәйле, Аҡъяр - Сибай автомобиль юлындағы 25 автомобиль ҡар һырынтыһына эләкте, уларҙа 37 кеше, шул иҫәптән 8 бала булған. Транспорт сараларының водителдәренә һәм пассажирҙарына ғүмер һәм һаулыҡ менән хәүеф янаған. Зыян күреүселәрҙең береһе «112» мобиль ҡушымтаһы аша ашығыс хеҙмәттәр саҡыртҡан, унда автоматик рәүештә зыян күреүселәрҙең ҡайҙа урынлашыуы күрһәтелә. Күнекмәләр булыуға ҡарамаҫтан, бөтә эштәр ҙә талаптарға ярашлы үтәлгән: урынға бөтә ашығыс хеҙмәттәр килә, ә юлдарҙы таҙартыу өсөн буран шарттарында райондың юл хеҙмәттәре килә.

«Өфө» аэропортында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының аэромобиль ҡотҡарыусылар төркөмө менән КА-3211ВС вертолеты осорға әҙер булды. Күнекмәләр барышында йылытыу пункты ойошторолған, яҡтыртыу һәм йылытҡыстарҙы файҙаланыу өсөн электр агрегаттары йәлеп ителгән, шулай уҡ ҡайнар аш биреү ойошторолған. "Ошо күнекмәләрҙең мөһимлеге асыҡ күренә, тип иҫәпләйем. Ысынбарлыҡҡа яҡын булған шарттарҙа бөтә етешһеҙлектәрҙе күрергә мөмкин, шуға күрә ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда ҡотҡарыусылар бәләгә тарыған кешеләргә ваҡытында ярҙамға килһен өсөн хатаһыҙ, мөмкин тиклем ышаныслы һәм аныҡ эш итергә кәрәк." - тип яҙҙы үҙенең Телеграм каналында  Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Рәсүл Сәғитов.

 

фото:Социаль селтәрҙәр.

"Хәйбулла районында 25 автомобиль ҡар ҡамауына эләккән..."
"Хәйбулла районында 25 автомобиль ҡар ҡамауына эләккән..."
"Хәйбулла районында 25 автомобиль ҡар ҡамауына эләккән..."
"Хәйбулла районында 25 автомобиль ҡар ҡамауына эләккән..."
"Хәйбулла районында 25 автомобиль ҡар ҡамауына эләккән..."
"Хәйбулла районында 25 автомобиль ҡар ҡамауына эләккән..."
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: