Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
16 Февраль 2023, 23:49

«Үлем юлында» һәләк булыусылар һаны алты тапҡырға кәмегән...

   

«Үлем юлында» һәләк булыусылар һаны алты тапҡырға кәмегән...
«Үлем юлында» һәләк булыусылар һаны алты тапҡырға кәмегән...

«Үлем юлы» тип йөрөтөлгән Өфө — Благовещен трассаһында авариялар һаны алты тапҡырға кәмегән. Уҙған йылдың ете айында туғыҙ кеше һәләк булған, күрелгән сараларҙан һуң биш айҙа — бер генә кеше. Был юл республиканың трассаларының иң хәүефлеһе ине. Участка яҡшы торошта булған, ләкин водителдәр йыш ҡына ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса чиновниктар һәм ЮХХДИ нимәләр эшләргә кәрәклеге тураһында ҙур комплекслы план төҙөгән.

Участкала һул яҡҡа боролоуҙы тыйғандар, кәртәләр һәм тауышлы һыҙаттар ҡуйғандар, 300-гә яҡын юл билдәләре һәм яңы фотовидеотеркәү комплекстарын урынлаштырғандар, тип һөйләне транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Ошондай комплекслы эш тәжрибәһен уңышлы тип танығандар. Радий Хәбиров уны фажиғәләр күп теркәлгән башҡа юл участкаларында ла ҡулланырға ҡушты.

 

фото һәм мәғлүмәт:Башинформ.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: