Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
10 Февраль 2023, 13:44

Магнитогорск — Ира трассаһы участкаһында транспорт хәрәкәте ваҡытлыса ябылды

  

Магнитогорск — Ира трассаһы участкаһында транспорт хәрәкәте ваҡытлыса ябылды
Магнитогорск — Ира трассаһы участкаһында транспорт хәрәкәте ваҡытлыса ябылды

Башҡортостанда 10 февралдә Магнитогорск — Ира трассаһында транспорт хәрәкәте ваҡытлыса ябылды.

Республика дәүләт автоинспекцияһында белдереүҙәренсә, һүҙ Баймаҡ районындағы 87-се саҡрымдан алып 89-сы саҡрымға тиклемге участка хаҡында бара. Хәрәкәт көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 5-кә тиклем ябыла. Сикләүҙәр Төйәләҫ эзбизташ ятҡылығы карьерында шартлау эштәрен үткәреүгә бәйле индерелгән.

Ведомствола юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға маршрутты алдан билдәләргә кәңәш бирәләр.

 

фото һәм мәғлүмәт: "Башинформ"

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: