Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
10 Ғинуар 2023, 20:31

Әбүбәкерҙә профилактик рейд үтте

#Айыҡауыл2022#Трезвоесело2022  

Әбүбәкерҙә  профилактик рейд үтте
Әбүбәкерҙә профилактик рейд үтте

Әбүбәкер ауылы - райондың имен ауылдарының береһе.

Быйыл «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабында еңеү яулап, ауыл халҡы сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән эште әүҙем алып бара. Эш йүнәлештәренең береһе - торлаҡ секторында иҫкәртеү саралары. Был ауылда балалы имен булмаған ғаиләләр юҡ, ләкин әхлаҡһыҙ йәшәү рәүеше алып барған бер нисә яңғыҙ йәшәгән граждан бар. Ауыл активистары хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә сираттағы профилактик рейд үткәрҙе. Йыш ҡына ундай кешеләр үҙҙәренең социаль-хәүефле хәлдә булыуын танымай. Ләкин был кеше үҙе лә бындай йәшәүҙән арыған, күрәһең, эскелектән дауаланыу үтергә риза булды. Бындай граждандарға барыуҙан тыш комиссия алкоголле суррогат һатыуҙың рөхсәтһеҙ нөктәләрендә лә була. Полиция хеҙмәткәрҙәре профилактик эштәр алып бара һәм спиртлы эсемлектәрҙе һатыу тураһында протоколдар төҙөй.

#Айыҡауыл2022
#Трезвоесело2022

 

Автор:
Читайте нас: