ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
6 Ғинуар 2023, 16:49

Ырымбур өлкәһе юлдарында сикләүҙәр индерелде

 Шулай уҡ Өфө-Силәбе һәм Өфө-Инйәр-Белорет трассаларында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.

Ырымбур өлкәһе юлдарында сикләүҙәр индерелдеЫрымбур өлкәһе юлдарында сикләүҙәр индерелде
Ырымбур өлкәһе юлдарында сикләүҙәр индерелде

Ырымбур өлкәһендә М-5 «Урал» трассаһында бөтә төр автотранспорт хәрәкәте сикләнде. Сикләүҙәр «Орск» үткәреү пунктына ингән ерҙә урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 7-нән ғәмәлдә.

Шулай уҡ Краснощеков һәм Гай ҡалаһы янында көслө буран сығыуы, күреү мөмкинлегенең насар булыуы сәбәпле транспорт хәрәкәтен сикләү индерелде. Хәрәкәтте асыу тураһында өҫтәмә хәбәр ителәсәк. 

Бөгөн, 6 ғинуарҙа, киске сәғәт 6-нан ҡар, епшек ҡар, буран, ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ, күреү мөмкинлегенең сикләнеүе менән бәйле пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, Өфө-Инйәр-Белорет участкаһында 67-се саҡрымдан 205-се саҡрымға тиклем йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнде. Хәрәкәтте сикләү яҡынса иртәнге сәғәт 8-ҙә төнгө 1-ҙә һәм 7-се яртыла тамамлана. Хәрәкәтте сикләү ваҡыты насар һауа шарттарының дауам итеүенә (тамамланыуына) ҡарап үҙгәреүе ихтимал. Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын үтәргә һәм уңайлы һауа шарттарына еткәнсе алыҫ араға сығыуҙан тыйылып торорға саҡыра!

 

 

Фото:пресс-служба госкомитета РБ по ЧС

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас