Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
6 Ғинуар 2023, 13:01

Алыҫ юлға сыҡмай тороғоҙ!

Һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуына бәйле Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водителдәргә алыҫ юлға сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш итә

Алыҫ юлға сыҡмай тороғоҙ!
Алыҫ юлға сыҡмай тороғоҙ!

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водителдәрҙе юлдарҙа сикләүҙәр индерелеүен иҫкәртә

Бөгөн 6 ғинуарҙа ртәнге сәғәт 10:15-тән М5 "Урал" трассаһының Өфө-Силәбе участкаһында (1548 км+651) насар метеорологик күренештәргә (көслө ҡар, буран) бәйле сикләүҙәр индерелә.

Хәрәкәтте сикләү яҡынса 21:00 сәғәттә тамамланырға тейеш. Хәрәкәтте сикләү ваҡыты насар һауа шарттарының дауам итеүе арҡаһында үҙгәреүе ихтимал.  

 

 

фото:Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: