Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
19 Декабрь 2022, 13:28

Боҙло ямғыр яуыуы сәбәпле мәктәп автобустары йөрөмәй

Бының тураһында район башлығы хәбәр иткән

Боҙло ямғыр яуыуы сәбәпле мәктәп автобустары йөрөмәй
Боҙло ямғыр яуыуы сәбәпле мәктәп автобустары йөрөмәй

Благовар районында бөгөн боҙло ямғыр яуыуы сәбәпле мәктәп автобустарын рейсҡа сығармаҫҡа тигән ҡарар ҡабул иткәндәр. Был хаҡта район башлығы Марат Йосопов белдерҙе.

«Юлдарҙа хәл көсөргәнешле, районда юғары әҙерлек режимы индерелгән, балаларҙы автобус менән йөрөтмәйбеҙ (өйҙән уҡыуҙы ойошторорға тәҡдим ителгән). Райондың дөйөм белем биреү ойошмалары штат режимында эшләй», — тип яҙҙы ул «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә.

Синоптиктар фаразы буйынса, бөгөн, 19 декабрҙә, республика биләмәһендә боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа тайғаҡ булыуы көтөлә. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей. Һауа температураһы төндә -5, -10, көндөҙ 0, -5 градус.

Водителдәргә алыҫ сәфәргә сыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Юлға сыҡҡан осраҡта тиҙлек режимын һәм арауыҡты һаҡларға, хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктерергә, телефондан һөйләшмәҫкә кәрәк. Яғыулыҡ һәм аҙыҡ-түлек запасы, йылы әйберҙәр мотлаҡ булырға тейеш.

 

 

фото:Башинформ

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: