

Башҡортостандың ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов республика халҡына ашығыс хәбәр менән мөрәжәғәт итте. Был һауа шарттарының ҡырҡа үҙгәреүенә бәйле.
«Республикала насар һауа шарттары һаҡлана. Федераль һәм төбәк автомобиль юлдарында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм оператив эш итеү өсөн мин кисекмәҫтән М7 „Волга“, М5 „Урал“ һәм Р240 Өфө-Ырымбур автомобиль юлдарында Дәүләт автоинспекцияһының 26 өҫтәмә юл-патруль хеҙмәте экипажын бүлеү тураһында ҡарар ҡабул иттем. Республиканың баш ҡалаһында өҙлөкһөҙ һәм хәүефһеҙ юл хәрәкәтен тәьмин итеү өсөн 20-нән ашыу юл-патруль хеҙмәте экипажы йәлеп ителгән», - тип яҙҙы ул үҙенең телеграмма-каналында.
Баш Дәүләт автоинспекторы автоһәүәҫкәрҙәрҙе юлдарҙа бөтә хәүефһеҙлек сараларын үтәргә саҡырҙы һәм шәхси транспортты файҙаланыуҙан ваҡытлыса тыйылырға кәңәш итте.
Дүшәмбе, 19 декабрҙә, һауа торошо насарая. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, ҡар ҡатыш ямғыр, айырым райондарҙа елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйгәндә буран, боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа көрт, тайғаҡ булыуы көтөлә. Айырым осорҙарҙа 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей. Һауа температураһы төндә -5,-10 градус, көндөҙ 0,-5 градус.
фото:Башинформ.