ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
10 Декабрь 2022, 04:27

Бер ауылда ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде

   

Бер ауылда ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителдеБер ауылда ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде
Бер ауылда ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде
Башҡортостан Башлығы указы менән Ҡыйғы районының Вәкийәр ауылы биләмәһендә хайуандарҙың ҡотороу ауырыуы буйынса карантин индерелде. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
 
Карантин 8 декабрҙән эпизоотик сығанаҡта һәм тотош тораҡ пункт сиктәрендә индерелә. Эпидемиологик сығанаҡта ауырыу хайуандарҙы дауалау, дәүләт ветеринария хеҙмәте белгестәренән һәм ошо биләмәлә ваҡытлыса йәшәгән йәки йәшәгән кешеләрҙән тыш, уға сит кешеләрҙең килеүе тыйыла. Вакцинацияланғандарҙан тыш, хайуандарҙы индереү һәм сығарыу тыйыла. Сикләүгә эләккән башҡа биләмәлә, вакцинацияланған малдарҙы һуғымға сығарыуҙан тыш, уларҙы йыйыу һәм күсереү менән бәйле йәрминкәләр, күргәҙмәләр һәм башҡа саралар уҙғарыу тыйыла.
 
Фото:«Башинформ»

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас