ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
23 Ноябрь 2022, 16:36

Юлға сыҡмай тороғоҙ!

Республика ЮХХДИ-ның баш инспекторы водителдәргә юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итте

Юлға сыҡмай тороғоҙ!Юлға сыҡмай тороғоҙ!
Юлға сыҡмай тороғоҙ!

Башҡортостанда насар һауа шарттары көтөлә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 24 ноябрҙә төндә урыны менән ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙло ямғыр, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ фаразлана. Күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем кәмей.

Башҡортостан ЮХХДИ-ның баш инспекторы Владимир Севастьянов водителдәргә юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итте:

«Мөмкин булғанса шәхси транспортта юлға сығыуҙы сикләргә тәҡдим итәм. Водителдәргә үтә иғтибарлы һәм һаҡ булырға, тиҙлек режимын үтәргә һәм хәүефһеҙ арауыҡты тоторға, шулай уҡ аварияға килтереүе ихтимал киҫкен маневрҙарҙан һәм тотҡарлыҡтарҙан ҡасырға кәрәк. Йәйәүлеләр йөрөгән урындарҙа - маршрут транспорт саралары туҡталыштары һәм киҫелештәр алдынан үткәндә айырыуса иғтибар итергә кәрәк. Шулай уҡ күперҙәрҙә һәм юл үткәргестәрҙә хәрәкәт иткәндә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки юлдың ошо участкаларында боҙ ҡапламы бөтә ерҙәгегә ҡарағанда иртәрәк барлыҡҡа килә һәм һуңғараҡ ҡына юҡҡа сыға».

Шулай уҡ ЮХХДИ башлығы йәйәүлеләргә мөмкин тиклем һаҡ булырға, тротуар йәки йәйәүлеләр юлы булмағанда хәрәкәт иткән автомобилдәргә юл ситенән генә сығырға һәм ҡараңғы ваҡытта яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар кәрәклеген оноторға кәрәклеген иҫкәртте.

 

фото:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас