

2005 йылдан ноябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә Бөтә донъя юл һәләкәттәре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләнә.
«Был көндә республика биләмәһендә юл фажиғәләрендә һәләк булғандарҙы иҫкә алыуға йүнәлтелгән социаль әһәмиәтле акциялар ойошторола. Сараларыбыҙҙы уҙғарыуҙа дини конфессия вәкилдәре ҙур ярҙам күрһәтә. Улар был көндө иҫкә алыу хеҙмәттәре ойоштора. Уларҙы уҙғарыу йәмәғәтселектең иғтибарын юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау проблемаларына йәлеп итергә, юл хәүефһеҙлеген иҫкәртеүҙең өҫтәмә факторы булырға тейеш», - тип яҙҙы Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов социаль селтәрҙә.
Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ғинуар-октябрҙә төбәктә 2908 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 343 кеше, шул иҫәптән 13 бала һәләк булған. 3570-тән ашыуы төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған.
фото:ЮХХДИ.