

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дауыл хаҡында иҫкәртте.
«Республика биләмәһендә хәүефле һауа торошо тураһында иҫкәртәбеҙ: 13 ноябрҙә көньяҡ райондарҙа елдең тиҙлеге секундына 21-26 метрға тиклем етеүе көтөлә», - тип хәбәр иттеләр ведомствола.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ел секундына 25 метр тиҙлектә иҫкәндә дауыл тип иҫәпләнә. Ул электр тапшырыу линияларын өҙөүе, ағастарҙың ботаҡтарын ҡолатыуы мөмкин. Өҙөлгән сымдар йыш ҡына янғын сығыуға сәбәпсе була. Иғтибарлы булығыҙ!
фото:Олег Яровиков ("Башинформ" мәлғлүмәт агентлығы)