

Татыр-Үҙәк мәктәбендә мәктәп уҡыусылары араһында юл-транспорт травмаһын иҫкәртеү буйынса иҫкәртеү саралары ойошторолдо.
Класс етәкселәре юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса класс сәғәттәре һәм инструктаж үткәрҙе.Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы 5-11-се кластарҙа “Юл хәүефһеҙлеге” дәресен үткәрҙе һәм уҡыусыларҙың юл ҡағиҙәләрен белеүе буйынса тест ойошторҙо. Ата-әсәләр йыйылышы ла балалар һәм уларҙың ата-әсәләренең юл-транспорт ваҡиғаһына килтереүсе хаталары темаһына арналды.